10 декабря 2021 года Девиз дня: «Башҡорт теленә рәхмәтлемен, шөкөр...» «Благодаря башкирскому языку…»

Декабрь 10, 2021 Просмотров: 22

"Туған тел тураһында"
Ер шарында бөтә телдәр бай тарихлы һәм үҙенсәлекле. Һәр халыҡтың үҫешен, күңел, һүҙ байлыгы, милли һандығын тасуирлаусы иң ҙур киммәт. Гадәти (ябай) итеп күргән, көн дә ҡулланылып, һыу кеүек кенә телдәрҙән ағылған һүҙ тел кеше өсөн төп, иң көслө аралашыу сараһы. Яңы тәпәй баҫҡан баланың теле ниндәй телдә асылһа, донъя менән ниндәй телдә танышһа, шул телдә уның аңы йөрәге менән гомере буе идара итә. Ә кескенәнән үҙләштерелмәгән телде үҙләштереү ай ауыр! Ни тиклем хәтер, көс, аҡса сарыф ителә! Ай-һай ғына ул был тел һүҙҙәрен ятлап, грамматикаһын белә-күрә, аралаша алыу сараһы булып ҡына тора. Уның бөтөн тирәнлеге, йылылығы ситтә ҡала . Ә сабый бала үҙ янында ололар һөйләшеп йөрөгән телде аяҡ баҫкас уҡ бер төрлө лә уҡытыусыһыҙ, курстарһыҙ тәбиғи рәүештә уратып үҙләштерә.
Беҙҙең ата-бабаларҙан мираҫ булып яҙылған тыуған телебеҙ - иң затлы төрки телдәрҙең береһе. Андағы һүҙҙәр аша бик боронғо көн күреш, гореф-ғәҙәттәре, халыҡтың үткән тарихы, рух ныҡлығы, өмөт-ышанысы, батырлығы, шаянлығы, етеҙлеге – бөтә сифаттары ла сағыла. Ул ҡанға һеңгән, гендарҙа тел теркәлгән.
Сит илдәрҙә йәшәүсе ватандаштарыбыҙ туған телде онотмай һаҡлай, үҙ ҡәрҙәштәрен табып, телебеҙҙә аралашып, үҙебеҙсә тәрбиә алып йәшәгәндәр күп. Еракка китһәк, тел ҡәҙерлеләрҙән ҡәҙерлегә әүерелә. Сит илдәрҙә йәшәгән бер йәш ханым: "Һеҙ ниндәй бәхетлеһеҙ, үҙ телегеҙҙә һөйләшеп яшәйһегеҙ,"- ти. Бер танышымдың ҡыҙы кескенәнән рус телендә һөйләшеп үҫте. Ҡасан ғына уңа дәшһәң дә һәруакыт русса яуап бирә ине. Үҫеп, ситкә уҡырға киткәс,телефондан тик үҙ туған телендә һөйләшә башланы. Үҙ туган телендәге һәр бер һүҙ, һөйләм уға терәк, һағыныуҙан дауа булды. "Мимино" киноһын хәтерләйһеңме? Грузия кешеһе ватандашы менән әңгәмәнең тәмен табып нисек ләззәтләнеп, һәр минутын ҡәҙерләп һөйләшә?
Иван Грозныйҙың христианлаштырыу соры ҡорбандары керәшендәр үҙ телдәрен һаҡлап ҡала алғандар. Исемдә мин бәләкәй саҡта мәктәпкә Николай Павлович исемле бик яҡшы директор килде. Исеме русса, үҙе етәксе һ. б. телдә һөйләшә тип бик аптыраған инек ул саҡта. Ул бит керәшен татар булған. Сит илдәрҙә йәшәргә мәжбүр булған акыл ияләребеҙ үҙ телдәрендә ижад итеп йәшәнеләр. Әлеге көндә лә үҙ телен төп хазина итеп, һаҡлаусы, яҡлаусы, үҫтереүселәр-яҙыусылар, шағирҙәр ҙә бик күп. Улар: "Башкорт телем — туған телем, рәхмәт һиңә барһы өсөн!", - тип яшәйҙәр.